Ғафури районында «Изге йорт» тип исемләнгән пансионат асылды

Яңғыҙ ҡалған өлкән йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән объект элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Пансионат 32 кешегә иҫәпләнгән. Социаль һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамға мохтаж шәхестәрҙең йәшәү шарттарын еңеләйтер тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Флорида Ким таныштыра.

Табын ауылындағы ҡарттар пансионаты күптәр өсөн тыуған йортто алмаштырған. Бында төрлө сәбәп буйынса яңғыҙ ҡалып ярҙамға мохтаждар эләккән. Учреждениелағы социаль хеҙмәткәрҙәр улар өсөн яҡын кешегә әйләнгән.

Табын ауылындағы кеүек пансионат Татар һаҫыҡ күле ауылында ла асылды. Яңы социаль объект иҫке мәктәп бинаһында төҙөлдө. Ике ҡатлы пансионатта ярҙамға мохтаж кешеләргә йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Физкультура залы, массаж бүлмәһе, китапхана һәм ял үҙәге, медицина пункттары – һәр береһенең ишектәре асыҡ.

Объект дәүләт – шәхси килешеү проекты ярҙамында сафҡа индерелде. 16 млн һумға төҙөлгән  пансионатта Ғафури районы вәкилдәре генә түгел, тотош республика граждандары йәшәй ала.

Изге йортта йәшәүселәр 10 хеҙмәткәр ҡарамағында буласаҡ. Улар яңғыҙ ҡалған өлкәндәрҙең көндәлек тормошон еңеләйтеп, шәфҡәтлелек күрһәтә. Социаль объекттың концепцияһы ла пансионатта йорт шарттарын ойоштороуға йүнәлтелгән.

Флорида Ким