Өфөлә «Альбанов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһында башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Донецк Халыҡ республикаһы вәкилдәре менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Седов ауылында гидрограф, ҡотопсо Георгий Седов исемендәге музей эшләй.
Ике учреждение араһында үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, тарих өсөн мөһим ҡотопсолар исемен мәңгеләштереү өсөн йүнәлтелгән осрашыуҙар күҙаллана. Башҡортостан юлдаш телеканалында бөгөн төнгө сәғәт 11-ҙә Валериан Альбанов иҫтәлегенә арналған фильм күрһәтелә
Флорида Ким