Өфөлә иген эшкәртеү буйынса ҡорамалдар етештереүсе завод асыласаҡ

«Өфө» индустриаль паркы майҙансығында иген эшкәртеү буйынса ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереүсе заводтың презентацияһы үтте. Яңы производство – Белоруссияның «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Резидент булараҡ сығыш яһаған предприятиеға объектты сафҡа индереү буйынса барлыҡ преференциялар ҡаралған. Төҙөлөш 2024 йылға тамамланыр тип планлаштырыла.

Дөйөм сығымдар бер миллиард һумдан ашыу буласаҡ. Ике йөҙгә яҡын яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Радий Хәбиров технологик яҡтан ҡеүәтле компанияның Башҡортостанға килеүе республика иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

«Яңы иҡтисади шарттарҙа предприятиелар кооперацияһы» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә импортты алмаштырыу буйынса проекттар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Бөгөнгө көндә сәнәғәт кластерын үҫтереүгә баҫым яһау айырыуса мөһим.

Өфөнөң халыҡ-ара конгресс уҙғарыу майҙансығы булараҡ һайланыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан кластерҙар үҫешендә яңы алымдар ҡулланыу буйынса илдең пилот төбәктәре иҫәбендә. Республикала ойошторолған күләмле сараны Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади биләмәләр ассоциацияһы рәйесе Андрей Шпиленко ла юғары баһаланы.

Пленар ултырышта кластерҙар үҫеше мөмкинлектәре, халыҡ-ара кооперация, субсидия һәм преференциялар мәсьәләләре ҡаралды. Андрей Викторович билдәләүенсә, Башҡортостан сәнәғәт инфраструктураһы менән дә көслө. Эш тәжрибәһе менән башҡа төбәктәргә өлгө булып тора.

Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостанда 18 технопарк, 12 индустриаль парк теркәлгән. Мебель кластеры уңышлы эшләп килә. Тағы ла һигеҙ кластер ойоштороу процессы бара. Күләмле сара сиктәрендә «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына ла йомғаҡ яһалды. 

Мәртәбәле бәйгелә 67 предприятиеның 118 продукция төрө һәм хеҙмәте еңеү яулап, «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» логотибы менән продукцияһын маркировкалау хоҡуғын алды. Ҡырмыҫҡалы районы предприятиеларына ла уңыш йылмайған.

Гөлназ Хәйбуллина