Ауыл тренеры – донъя чемпионы!

Татарстандың Болғар ҡалаһында милли көрәш буйынса донъя кубогы үтте. Абруйлы ярыш Волга Болғарҙарының ислам динен ҡабул итеүенең мең бер йөҙ йыллығына арналды. 

Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Әбйәлил районы спортсыһы Ғаяз Шөғөров оло уңыш ҡаҙанды. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашҡан яҡташыбыҙ финалда Тажикстан вәкиле менән осрашты.

Ишбулды ауылы егете дәғүәсеһен ышаныслы еңеп, донъя Кубогын яуланы. Турнирҙа ике тиҫтәнән ашыу илдән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Әлеге көндә Ғаяз Шөғөров Әбйәлил районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Ул Боранғол ауылында көрәш буйынса буласаҡ чемпиондар әҙерләй.  

Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған тағы ла бер яҡташыбыҙ Айгиз Зәйнетдинов та донъя кубогын яуланы. Мәсетле районы вәкиле 90 килограмм ауырлығындағы категорияла иң көслөһө булды.