«Ырымбур» менән «Өфө» футбол командалары араһындағы осрашыуҙа еңеүсе асыҡланманы

Алексей Стукалов тәрбиәләнеүселәре Премьер-лигала ҡалыу өсөн көрәш башланы. Регламентҡа ярашлы, яҡташтарыбыҙ милли футбол лигаһында өсөнсө урын алыусы «Ырымбур» менән көс һынаша.  

Күрше өлкәләге тәүге уйын Башҡортостан командаһы өсөн уңышлы башланы. Тәүҙә пенальтиҙан Гамид Агаларов, тәнәфестән һуң Владислав Камилов икенсе тупты индерҙе. Әммә был голдан һуң өҫтөнлөк тулыһынса дәғүәселәр яғына күсте. Улар бер-бер артлы ике тапҡыр уңышҡа ирешеп иҫәпте тигеҙләй алды. Шулай итеп осрашыу 2-2 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе яуап уйыны 28 майҙа Өфөлә үтә.