Донъяның иң бейек нөктәһендә Башҡортостан флагы

Эверестҡа яҡташтарыбыҙ араһында беренселәрҙән булып күтәрелгән Сергей Белкин киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Хәбәрселәр экспедициянан алынған тәьҫораттар һәм тауға артылғанда ҡулланылған альпинист ҡорамалдары менән танышты.

Альпинизм – Сергей Белкиндың яратҡан шөғөлө. Ул үҙе Өфөлә ресторатор булып эшләй. Әйткәндәй, Эверестҡа ла ул хеҙмәттәше Вероника Зарипова менән бергә күтәрелгән. Ул үһ исемен тарихҡа донъяның юғары нөктәһен яулаған Башҡортостандан беренсе ҡатын-ҡыҙ булараҡ яҙҙы.

Эверестҡа менгәндә аяҡ кейеменең уңайлы, йылы булыуы шарт. Сөнки беҙ тауға күтәрелгәндә ҡайһы бер урындарҙа туҡтап торҙоҡ. Туғыҙ сәғәт самаһы күтәрелдек. 15 сәғәт артылыусылар ҙа бар. Тауға менгәндә артыҡ әйбер алырға кәңәш итмәҫ инем. Иң мөһиме: йылы кейенергә, үҙең менән альпинизм ҡорамалдары алырға кәрәк.

Сергей Белкин, альпинист, ресторатор

Азат Ғәлиуллин