Республика “Урал аръяғы” һабантуйына әҙерләнә. Сибайҙа үтәсәк инвестиция форумында 15 ил ҡатнаша. Форумға шулай уҡ Төркиәнең ресторан селтәре вәкилдәре лә килә. Улар баҙарҙан төшөп ҡалған көнбайыш компанияларҙы алмаштырырға ниәтләй. Башҡортостан тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИнвестиция һабантуйында 150 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәре төҙөү планлаштырыла. Иң ҙурҙарының береһе – Сибай – Һары тимер юлы төҙөлөшөнә ҡағыла. Проекттың хаҡы 90 миллиард һум самаһы. “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы 2 июндә башлана.