Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығын етәкләне

Андрей Агаповты бөгөн коллектив менән таныштырҙылар. Осрашыуҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ул яңы тәғәйенләнгән етәксенең универсаль һөнәри оҫталыҡҡа эйә булыуын билдәләне. Төбәк һалым хеҙмәте Рәсәйҙә һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Былтыр республиканың төрлө кимәлдәге тупланма бюджетына 393 миллиард һум һалым һәм башҡа түләүҙәр йыйылған.

Ә быйыл 4 айҙа был сумма 192 миллиард һум тәшкил иткән. Башҡортостанда әле төрлө инфраструктура проекттары тормошҡа ашырыла, уңайлы мөхит тыуҙырыла, социаль мәсьәләләр хәл ителә. Ошо тәңгәлдә һалым хеҙмәтенең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, тине Радий Хәбиров. 

Андрей Агапов үҙ сиратында Федераль хеҙмәт һәм Башҡортостан етәкселегенә ышанысы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт алдындағы яуаплылыҡты яҡшы аңлауын билдәләне. Ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыуыбыҙға ышанам. Беҙҙең маҡсат – халыҡ һәм бизнес алдында асыҡлыҡты тәьмин итеү, бар хеҙмәттәр ҙә ҡулланыусылар өсөн уңайлы булырға тейеш, тине Андрей Агапов.

Рәмзиә Кәримова