Был айырыуса 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәргә ҡағыла. 2020 йылда Президент указы менән индерелгән пособие түбән килемле ғаиләләргә бирелә. Һуңынан дәүләт башлығы бындай ярҙамды киңәйтергә ҡушты.
Хәҙер, ғаиләләге хәлгә ҡарамаҫтан, уларҙың күләме балаға төбәк йәшәү минимумынан 50 процентҡа ғына түгел, ә 75, 100 процентҡа ла етеүе ихтимал. Ситуация үҙәгендә уға ҡағылышлы һорауҙарҙы 218-19-19 һәм мобиль элемтә буйынса 122 телефон һандары буйынса шылтыратып бирергә була.
Мөрәжәғәттәрҙе операторҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итә.
Рәмилә Исмәғилева