Бөгөн муниципаль власть, коммуналь хужалыҡ министрлығы, баҡсасылар ширҡәте, хөкүмәт вәкилдәре Өфө янындағы баҡсаларҙа юлдар торошон тикшерҙе. Хәйер, уларҙың таушалып бөткәнлеген тикшермәйенсә лә күрергә мөмкин.
Радий Хәбиров тиҫтә йылдар дауамында ремонт башҡарылмаған баҡса юлдарын тәртипкә килтерергә ҡушҡайны. Бының өсөн илле миллион һум аҡса ла бүленде. Ҡайҙа һәм ҡасан төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ? Яуап киләһе репортажда.
Көн әйләнәһенә ике тәгәрмәсле арғымағында елдергән Камил Дим кордонындағы баҡсаларҙа һәр тыҡрыҡты яҡшы белә. Тыҡрыҡты ғына түгел, хатта һәр соҡорҙо ла тиергә мөмкин. Хәйер, уларҙы күрмәйенсә үтеп китеү мөмкин дә түгел. Береһен ураған хәлдә лә, икенсеһенә мотлаҡ төшөп китәсәкһең.
Йылдар буйы ошондай хәлдә ятҡан юлдарға ниһайәт, иғтибар йүнәлтелде. Хатта артығы менән. Баҡсаларҙа был тиклем дә юғары делегация булғаны ла юҡтыр. Түрәләр юлдарҙың ни тиклем таушалғанын уңайлы иномаркалар креслоһында түгел, ә үҙ аяғы менән тойҙо. Бындай осраҡта һығымта бер – тиҙҙән ремонт башланасаҡ.
Үтеп сыҡҡыһыҙ баҡса юлдарын рәткә килтереү республика етәксеһе башланғысы. Радий Хәбиров бының өсөн 100 миллион һум аҡса ла бүлергә ҡушты. 50 миллион һумы электр селтәрҙәрен төҙөкләндереүгә, тағы иллеһе юлдарҙы ремонтлауға.
Аҡса күп түгел, әммә тиҫтә йылдар ҡуҙғатылмай ятҡан эште башлау өсөн етәрлек. Был суммаға юлдың төп трассанан баҡсаларға тиклем таш түшәләсәк. Йәғни муниципаль милектәге өлөштәре ремонтланасаҡ.
Ә бына һаман да ташландыҡ хәлдәге, йәғни бер кемдең дә иҫәбендә тормаған юлдар менән ауырға тура киләсәк. Уларҙы яңыртыр алдынан юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү шарт. Бындай проблемалы ерҙәр республикалағы баҡса юлдарының 10 процентын тәшкил итә. Ә бит баҡсалар хәҙер йәйге йорт ҡына түгел. Күп кенә ширҡәттәрҙә йыл әйләнәһенә йәшәйҙәр. Шуға күрә был башланғыс үтә лә ваҡытлы.
Айнур Кәбиров