Йылайыр районы Юлдыбай ауылында хәрби дуҫтар, уларҙың батырлығы һәм ҡыйыулығы иҫтәлегенә яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Уны тантаналы асыу сараһында Баймаҡ телевидениеһы ла ҡатнашты.
Тыуған ил, намыҫ һәм бурыс. Совет ғәскәрҙәренең фашист илбаҫарҙарын еңеүгә 77 йыл тулыу айҡанлы һәм әле нацизм менән көрәш алып барыусылар хөрмәтенә Юлдыбай ауылының Аҡташ тауында ил сиге һаҡсыһына һәйкәл асылды. Бейеклектә йәшел фуражкалы һалдат һәм уның ярҙамсыһы эт ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡалҡты.
Һәйкәл Йылайыр районының хәрби бәрелештәр ветерандарының хәйриә аҡсаһына төҙөлә. Скульпторы – Магнитогорск ҡалаһынан Сергей Ёлкин. Бында дүрт аяҡлы дуҫтың булыуы урынлы. Сөнки сик һағы ғәскәрҙәрендә эттәр ҙур ярҙам күрһәтә. Улар наркотиктарҙы, законһыҙ ҡоралдар ташыуҙы асыҡлауҙа һынатмай.
Теүәл бер йыл элек Йылайыр районы үҙәгенең Хәрби Дан скверында ил сиге һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асылғайны. Хәҙер был ике арт- объект үҫеп килгән быуын өсөн ҡаһарманлыҡ дәрестәрен уҙғарыу урыны ла буласаҡ.
Һәйкәлдәр – үҙ тарихыңа хөрмәт билгеһе. Хәрби бәрелештәр ветерандары үҙҙәрен намыҫ һәм бурыҫ кешеләре икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Ә «Ил сиге һаҡсыһы һәм уның тоғро дуҫы» хәҙерҙән Йылайыр районының тағы ла бер иҫтәлекле урыны.
Әлфиә Хәмитова