Башҡортостандың милли симфоник оркестры ойошторолоуға – 30 йыл

 Иҫтәлекле датаны һәм юбилей фестивале тамамланыуын коллектив “Башҡортостан” дәүләт концерт залында сағыу концерт менән билдәләне. Юбилей кисәһендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты.

Ижади коллективҡа республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты тапшырылды. Шулай уҡ оркестрҙың 8 музыканты Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, тағы бер нисә кеше Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Коллективҡа 55 урынға иҫәпләнгән “Хайгер” туристик автобусы асҡысы тапшырылды.

Юбилей фестивале тамамланһа ла, Башҡортостандың төп симфоник коллективы башҡарыуындағы юғары академик музыканы тағы ла ишетергә мөмкин. Киләһе концерт 7 июндә үтә.

Рәзилә Ғиниәтуллина