Өфөнөң ботаника баҡсаһында сирендәр сәскә ата

Әлегә баҡсала тик «Гөлнәзирә» сорты сәскәләрен генә күрергә мөмкин, ҡалғандары, һауа торошо йылы торғанда, бер аҙнанан сәскә атыр, тип көтөлә. «Гөлнәзирә»не баҡса хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре сығарған, ул иртә сәскә ата торған сорт һанала.

Әлеге ваҡытта баҡсала сирень ғаиләһенә ҡараған вейгела менән танышырға мөмкин. Үҫемлек тағы ла бер аҙна сәскә атасаҡ. Ботаника басаһында декоратив ҡыуаҡтың бер нисә төрө бар.

Баҡсала тағы ла сатыр формаһындағы декоратив алмағастар сәскә ата, үҫемлек ҡыҙыл төҫлө сәскәләре менән үҙенсәлекле. Ун йыл барышында быйыл тәүгә күп сәскә атҡан магнолия ла баҡса ҡунаҡтарын бер нисә көн ҡыуандырасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина