Сенаж көнө. Башҡортостандың иң уңышлы ауыл хужалығы предриятиеһы «Артемида» ла аграрийҙар туҡлыҡлы мал аҙығы әҙерләү, һаҡлау, һөтсөлөктө индустриялы тармаҡҡа әүерелдереү хаҡында тәжрибә уртаҡлашты. Ғалим-эксперттарҙы, белгестәрҙе бергә туплаған майҙанда БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова булып ҡайтты.
«Артемида» хужалығында һөттөң күләме һәм сифаты һыйырҙың телендә икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Былтыр бер һыйырҙан 30 литр һөт һауылһа, быйыл был күрһәткесте 36 литрға күтәрергә иҫәп тоталар. Бында меңәрләгән голдштенй тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Малдар яҡшы генетикалы һәм һау булырға тейеш.
Хужалыҡта мал аҙығы тәрән һәм махсус бактериялар менән эшкәртелгән. Ауыл хужалығы буйынса махсус кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йәш быҙауҙарға булдырылған шарттар менән дә танышты. Мал тояғын эшкәртеүҙә ветеринар алымдар буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты.
«Артемидала» был күрһәткес – әлегә 34 литр. Бындай юғары һөҙөмтәләргә сифатлы мал аҙығы менән тәьмин ителгәндә генә ирешергә мөмкин.
Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәренә хатта туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҙа ҡамасаулай алмаған. Сәсеү һикһән проценттан ашыу майҙандарҙа башҡарылған. Бөгөндән республика хужалыҡтары икенсе этапҡа, мал аҙығы әҙерләүгә тотондо. Күп йыллыҡ, бер йыллыҡ үҫентеләрҙе ни тиклем сифатлы итеп һәм ваҡытында урып алғанда, һөтсөлөк тармағы ла табышлы эшләйәсәк, ти, белгестәр.
Ауыл хужалығында көн һайын яңы технологиялар индерелә. Бөгөн аграрийҙар аҙыҡ етештереү теникаһына таянып эш итә. Мал аҙығын үҫтереү, сабыу, әҙерләү һәм һаҡлауҙа ла талаптар етди.
Егерме йылдан ашыу Рәсәйҙә йәшәгән Эгберт Йоханнес иһә һөтсөлөк индустриаль фермаларына ҡорамалдар менән йыһазландырыу менән мәшғүл. Республикала карусель ысулын ҡулланыусы хужалыҡтарҙың уңыштары ла уға яҡшы таныш
Сенаж көнө Башҡортостанда баҫыу көнө сиктәрендә тәүгә үткәрелә. Сенаж һәм силос етештереү үҙенсәлектәре, бер нисә ҡат һауа үтмәҫлек итеп һаҡлау ысулдары, урған ваҡытта уҡ махсус биоашламалар менән эшкәртеү ысулдары хаҡында компетентлы белгестәр тәрән белемдәре һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Федераль «Һөт институты» һәм Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойоштролған « Баҫыу көнө» тармаҡ белгестәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, эшлекле шарттарҙа үтте.
Баҫыу көнөндә ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин ине. Урып-йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү техникаһыныың хаҡы комплектацияһына ҡарап 17 алып 40 миллионға хәтлем. Был техника ярҙамында күп йыллыҡ, бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып, сәғәтенә 180-120 тонна мал аҙығы етештерергә мөмкин, ти, белгестәр.
Гүзәл Борханова