Башҡортостандан биш диңгеҙгә йылға юлы асыла

Ағиҙел йәнә ҙур суднолар инә алырлыҡ кимәлгә етте. Был яңылыҡ республика иҡтисады үҫешенә яҡшы этәргес буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Ошо уңайҙан Ағиҙел ярында фестиваль ойошторолдо. «Белая Река» тип исемләнгән сағыу сара йыл да уҙғарыласаҡ һәм ул йылғала навигацияны асып ебәрә. Тәүге фестивалдә БЮТ каналы хәбәрселәе лә ҡатнашты.

Рәфил Ғәскәров өсөн быйыл 45-се навигация. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул йылғалар гиҙеүен ташламаған. Бер тапҡыр каптиан рубкаһына эләгеү яҙмышты хәл итә, ти ул. Хәҙер инде ул үткән милдәр һанап бөткөһөҙ. Ҡыш буйы судноларын ремонтлап, йөҙөү миҙгелен һағынып та өлгөргән йылғасылар өсөн навигация көтөп алынған байрам.

Бескозырка, гюйслы фланка, зәңгәр тельняшкаларын кейеп тигеҙ сафтарға теҙелгән йәш йылғасылар ҙа навигацияны яңы йыл байрамылай көтә. Республикала пароходсылыҡ бөлгөнлөккә төшөрөлгән мәлдәрҙә йөҙөү эшенә ғашиҡ шәхестәр ярҙамында ғына махсус уҡыу йорто һаҡлап ҡалынды. Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалында әле лайыҡлы алмаш әҙерләнә.

Курсанттарҙың йөҙөр йылғалары әле баш алмаған. Шулай ҙа киләсәктә егеттәрҙе  ҙур диңгеҙҙәр көтә. Быға Ағиҙелдә якорь ташлаған пароходтарҙың күплеге лә ишара. Республикала йылға пароходсылығы яңы һулыш кисерә. Радий Хәбиров Киль аҫтында ете фут булһын өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.

Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигәндәй Ағиҙелгә һай ерҙә лә йөрөй алған теплоходтар йәлеп ителәсәк. Был ишкәк тәгәрмәсле судноға метр тәрәнлектәге йылғалар ҙа етә.

Йылға пароходсылығы туризм үҫешенә лә этәргес буласаҡ. Ағиҙел ярында ғына турист-мәғлүмәт үҙәге барлыҡҡа килеүе лә тармаҡты йәнләндерәсәк. Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары Ағиҙелдә ял итеү мөмкинлектәре менән таныша ала.

Баш ҡалала турист-мәғлүмәт үҙәктәре дүртәү буласаҡ. Тимәк, киләсәктә Өфөгә дүрт палубалы ғына түгел, тағы ла ҙурыраҡ теплоходтар инер һәм ҡомға ултырған суднолар ҙа Ағиҙел буйын гиҙер, тигән өмөт ҙур.

Айнур Кәбиров