Башҡортостандың мәғариф учреждениелары Шишмә алмаһы менән тәьмин ителәсәк

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, йәш быуынды урындағы продукттар, шул иҫәптән республикала үҫтерелгән йәшелсә һәм емеш-еләк менән туҡландырыу өсөн ҙур эштәр башҡарылды.

Тиҫтәнән ашыу район учреждениеларын хеҙмәтләндәргән балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге быйылдан Шишмә емеш-еләк питомнигы менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Алмалар үҫтереүгә йүнәлтелгән проект төбәктә инвестиция проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Заманса технологиялар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мул уңыш алырға мөминлек бирә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.