Йәшел береттар көнө. Бөгөн сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 104 йыл. Күркәм йола буйынса ил сиге һағында тороусылар ҡала һәм ауылдарҙың үҙәк майҙандарына, урамдарға ағылды. Өфөлә йәшел берет кейгән ағай-эне Еңеү паркына йыйылды. Бында сик буйы ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙе хөрмәтләп тантаналы митинг ойошторолдо. «Мәңгелек ут» мемориалына сәскәләр һалынды.
Тигеҙ сафта сик һаҡсылары атлай. Советтар Союзы артабан инде Рәсәй Ҡораллы көстәренең элитаһы һаналған хәрби берәмек тыныс тормошта ла илдең именлек һағында торҙо. Шишмә районынан Рүзил Әбдрәҡипов 40 йыл самаһы элек Балтик диңгеҙе буйында илебеҙ сиген һаҡлаған. Хеҙмәт иткән йылдарын ул һаман да ғорурланып хәтерләй. Ейәндәрен дә илһөйәрлек рухында тәрбиәләй.
Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын, Афғанстан, Төньяҡ Кавказ һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә һәләк булған хәрбиҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Сик һаҡсыларының төҫө йәшел. Яҙ, тормош һәм йәшәйеште сағылдыра. Шуға ла йәшел берет йәки фуражка кейеү оло бәхет, ул күптәргә эләкмәне, ти Фин сиген һаҡлаған Хәниф Әхмәтйәнов.
Сик буйы ғәскәрҙәре әле федераль именлек хеҙмәте ҡарамағында. Уларҙың сафы контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр иҫәбенә генә тулылана. Бурыстар иһә элеккесә, сикте һаҡлау. Украиналағы махсус хәрби операция һәм коллектив көнбайыштың баҫымы көсәйгән осорҙа именлек ҡарауылында тороусыларға яуаплыллыҡ та арта.
Ҡыҙыу нөктәләрҙә сынығыу үткән Ришат Фазлыәхмәтов өсөн дә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө оло байрам. Йәшел береттар төркөмө солисы Өфөләге еңеү паркындағы осрашыуҙа йылда ҡатнаша. Быйыл байрамға ла ул махсус әҙерләнеп, автомобилен биҙәп килгән.
Төрлө йылдарҙа Башҡортостандан сик буйы ғәсҡәрҙәрендә 350 меңдән ашыу кеше хеҙмәт иткән. Был һандарҙа республика вәкилдәренә күрһәтелгән ышаныс сағыла. Белеүебеҙсә, сик һаҡсылары һәр ваҡыт сафта ҡала.
Рафиҡ Әхмәтшин