Өфө дәүләт авиация-техник университетында авиация көнө үтте

Йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ойошторолған сара уҡыу йорто ҡарамағындағы аэропорт комплексында уҙғарылды. Байрамда хәрби авиация күргәҙмәһе, концерт ойошторолдо, төрлө уйындар үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

 Өфө дәүләт авиация-техник университетында һабантуйҙы хәтерләткән байрам йыл һайын уҙғарыла. Тик пандемия менән бәйле һуңғы ике йыл эсендә авиация көнө уҡыу бинаһында үткән. Студенттарҙы, педагогтарҙы һәм ҡунаҡтарҙы берләштергән сара быйыл ғәҙәттәгесә аэропорт комплексында уҙҙы.

Махсус техника күргәҙмәһе тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә хәрби самолеттың кабинаһында фотоға төшөп, авиация тарихы менән танышты.

Хәрби-патриотик акция студенттар араһында авиация тармағына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ойошторолдо. Саф һауала әүҙем спорт уйындары, һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт һәм авиация техникаһы күргәҙмәһе университет тормошонда тағы ла бер иҫтәлекле көн булып һаҡланды.

Флорида Ким