Өфөлә Әзербайжан мәҙәниәте көндәре үтте

Башҡаланың Аксаков исемендәге паркындағы мәҙәни сара Халыҡтар дуҫлығы йорто, Әзербайжан халҡына ярҙам итеү һәм яҡлау төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Сумгаит ҡалаһының юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Сәхнәнән әзербайжан телендә сығыштар яңғыраны, Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәргә изге теләктәр еткерелде.

Башҡортостанда 18 меңгә яҡын әзербайжан халҡы йәшәй. Улар сауҙа өлкәһендә, сәнәғәттә һәм төҙөлөштә уңышлы эшләй. Халыҡты хеҙмәтләндереү даирәһендә лә алдынғылар. Тарихи тыуған илдәренән алыҫта йәшәһәләр ҙә үҙ тамырҙарын онотмайҙар, балалар әсә телендә аралаша, йырҙар башҡара, милли бейеүҙәрҙе өйрәнә.

Башҡортостанда йөҙөрләгән милләт араһында үҙ йөҙөн юғалтмай һаҡлап йәшәй, эшләй, ижад итә алыуҙарына республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.  

Башҡортостан беҙҙең күп милләттәштәребеҙгә күптән инде тыуған йортҡа әүерелгән. Беҙҙең әзербайжан халҡы исеменән милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ гаранты булған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Рана Ибраһимова

Гүзәл Борханова