«XXI быуат славяндары» Славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәните фестивале «АРТ-квадрат» тың тамашалар майҙансығында үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренлә йәшәгән славян халыҡтары йәшәйеше менән танышырға мөмкин ине. Халыҡ мәҙәните һәм материаль булмаған мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған байрам хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Фестивалдең мәртәбәле ҡунаҡтарын ҙур ҡапҡанан уҡ урыҫ милли кейемдәрендә йәш ҡыҙҙар моңло йырҙар менән ҡаршылай. Ҡырҡтартмасылар тәмле перәниктәрҙе тәмләтә. Йылы һәм ҡояшлы көн, күңелле халыҡ йырҙары, дәртле бейеүҙәр тамашаға килгән олоһо-кесеһенә байрам кәйефе өҫтәй.
Фестивалдә республиканың туғыҙ төбәгенән милли-мәҙәни үҙәктәр ҡатнашты. Тамашаға килгән ҡунаҡтар беҙҙең республикала йәшәгән славян халыҡтарының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли аш-һыуҙары, уйындары менән таныша алды.
XXI быуат славян халыҡтары яҙмаһы һәм мәҙәните фестивалендә оҙон таяҡтарҙа йөрөгән артистарҙы ла тап итергә мөмкин ине. Борондан бер генә славян байрамы ла уларҙан тыш үткәрелмәгән. Оҙон кешеләр менән әңгәмәләшергә буй етәрлекме икәнен беҙ ҙә самалап ҡараныҡ.
Дыуан районы Ярославка ауылынан килгән ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле сығыштарын тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Ҡылыс менән оҫта эш итеүсе казактар сығышы ла тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бынан тыш, оҫталыҡ дәрестәре, театр, музыка коллективтары, сәхнә оҫталары сығышы ла сараға килеүселәр күңеленә хуш килде. Фестиваль программаһы сиктәрендә республиканың иң яҡшы тип табылған славян халыҡтары проекттары күрһәтелде.
« XXI быуат славяндары» яҙмаһы һәм мәҙәниәте фестивале – Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан рустары соборы», Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң берлектәге проекты. Ул славян халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау , үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар дуҫлығын нығытыу маҡсатын ҡуйҙы.
Гүзәл Борханова