Бындай урындарҙың хәүефһеҙлегенә иғтибар бирелде, һыу һәм тупраҡ өлгөләре тикшерелде. Һыу инеү миҙгеле был аҙнала башлана, 1 июндән рәсми асылған ҡомлоҡтарҙа ҡотҡарыусылар дежур итә башлай. Башҡортостанда быйыл 137 рәсми һыу инеү урыны асыла, уларҙың унауһы Өфөлә була.