Ғәҙәттән тыш хәл йәкшәмбе кис ҡаланың Войков һәм Пионер урамдары киҫелешендә теркәлгән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, "Тойота Спринтер" водителе һулға боролған ваҡытта юғары тиҙлектә килеүсе "Лада Калина"ны үткәрмәй.
Авария һөҙөмтәһендә Рәсәй транспортында ултырған бала ауыр тән йәрәхәттәре ала. Ул ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатыла. Дауаханаға сабыйҙың атаһы ла һалына. Иномарка водителе менән уның пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән.