Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстарын яҡлау союзы район хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты менән берлектә февралдә «Сағыл» конкурсын иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә финалға сығыусыларҙың Гала-концертты үтте.
«Сағыл» конкурсы тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, йәш таланттар араһында тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Төп приз – 50 мең һумлыҡ сертификатка Урал аръяғы райондарынан 172 кеше дәғүә итте. 14 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге талант эйәләре тәүҙә социаль селтәрҙә һайлап алыу турын үтте. Бары тик 46-һы ғына финалға сыҡты.
Йыр, нәфис һүҙ, бейеү ,үҙенсәлекле жанр оҫталары Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә баһалама ағзалары алдында сығыш яһаны. Сараның икенсе яртыһында хаталар өҫтөндә эш буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Улар араһында бала сағынан йыр‐ моңға ғашиҡ булған, Учалы ҡалаһының медицина колледжында шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереүсе Гөлнаҙым Әминевала булды.
Яңы йондоҙҙарҙы асҡан «Сағыл» конкурсы үҙ маҡсатына иреште. Баһалама ағзалары шиғыр һөйләү оҫталарының көслө сығыш яһауҙарын билдәләне, һөҙөмтәлә гран‐приға Учалы ҡалаһынан Эмиль Дәүләтҡолов етәкселегендәге «Стиль» театр студияһы лайыҡ булды. Киләһе йылдарҙа ла был конкурс ойоштороласак, сөнки беҙҙең арала әле халыҡҡа сығарыласаҡ таланттар бихисап.