Яңы һөнәр үҙләштереп. Быйыл мартта Республика башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында комьюнити-менеджмент йүнәлеше буйынса яңы курсҡа старт бирелгәйне. Ике айға иҫәпләнгән теоретик һәм практик дәрестәрҙә 61 кеше белемен бушлай камиллаштырҙы.
Юғары уҡыу йортонда уларға квалификацияны күтәреү буйынса таныҡлыҡ тапшырылды. Мәғариф проекты Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Урындағы берләшмә менеджерҙарын әҙерләү буйынса киләһе курсҡа старт яңы уҡыу йылында бирелә. Беренсе ағымда муниципалитет белгестәре, йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнгән замандаштарыбыҙ ҡатнашҡан.
Гөлназ Хәйбуллина