Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән хәл тотороҡланыуға бәйле, балалар баҡсаларында сикләүҙәр туҡтатыла. Шулай уҡ битлек кеймәгән өсөн хәҙер штраф һалынмай.
Янғынға ҡаршы махсус көрәш режимы ла 1 июндән ғәмәлдән сыға. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Оператив кәңәшмәлә шифахана-курорт системаһының эшмәкәрлеген камиллаштырыу, июнь айында көтөлгән күләмле саралар хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Коронавирус инфекцияһы менән бәйле сикләүҙәр кәмей, тормош яйлап ғәҙәти режимға ҡайта. Бөгөн оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республикала хәл тотороҡло, шуға күрә лә балалар баҡсаларында сикләүҙәр туҡтатыла. Хәҙер ата-әсәләргә балаларҙың тамашаларына инергә рөхсәт ителә.
Оператив кәңәшмәлә статистика мәғлүмәттәре менән уҙған аҙнала ғына тәғәйенләнгән Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Йәш, әммә өмөтлө етәксе, тине Республика башлығы Айрат Рәзиф улы тураһында.
Башҡортостанда санкция шарттарында шифаханаларға ярҙам пакеты ла әҙерләнгән. Әле республикала 3 мең 300 урынға иҫәпләнгән 31 шифахана эшләй. Улар Рәсәйҙең иң яҡшы 100 шифаханаһы иҫәбенә инә. Был учреждениелар былтыр 4 миллиард һумға яҡын табыш алған, алдағы йыл менән сағыштырғанда, яҡынса 6 процентҡа күберәк. Был тәңгәлдә обсерваторҙар ойоштороу ҙа ярҙам иткән.
Башҡортостан башлығы шифаханаларға ярҙам юлдарын барларға ҡушты. Һәр учреждениеның матди-техник базаһын анализлау һәм бюджетты формалаштырғанда иҫәпкә алыу мотлаҡ, тине Радий Фәрит улы.
Оператив кәңәшмәлә күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһының үтәлеше лә ҡаралды. Быйыл 766 объектты төҙөкләндереү күҙаллана, бөгөнгә эш 58 процентҡа башҡарылған.
Июндә республикала күләмле саралар көтөлә. Сибайҙа инвестиция һабантуйы уҙа, Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей комплексы асыла, Шишмә районында «Патриот» хәрби-патриотик клубының «Авангард» уҡытыу-методика үҙәге эш башлай, Өфө иһә Рәсәй фәндәр академияһы линияһы буйынса абруйлы форум ҡабул итә. Шулай уҡ райондарҙа һабантуйҙар гөрләй. Радий Хәбиров һабантуйҙарҙы юғары кимәлдә ойоштороу бурысын ҡуйҙы.
Рәмзиә Кәримова