Cтәрлетамаҡта яңыртылғандан һуң тимер юлы йөк терминалы сафҡа инде

Төбәк иҡтисады һәм Рәсәй тимер юлдары үҫешенә тос өлөш индерәсәк объектҡа Өфөлә үткән транспорт –логистика конференцияһына Радий Хәбиров старт бирҙе. Форумда ҡатнашыусылар онлайн режимда Стәрлетамаҡтан оҙатылған 150-се контейнер поезының тейәлеүен дә күҙәтә алды.

Көслө ел, яуым-төшөм, хатта күләгә лә ғәмәлдәге кеүек. Поездарға йөк тейәүселәр әҙерләй торған тренажер экранын ысынбарлыҡтан айырыу мөмкин түгел. Сөнки тимер юлы крансыларына талаптар ҡаты.

Тимер юлы крансыһы үтә лә яуаплы һөнәр. Бында бер кем дә уҡып сығыу менән руль артына ултырмай. Бик оҙаҡ ҡына өйрәнсек рәтендә йөрөргә кәрәк. Был тренажер тәжрибә туплауҙы күпкә тиҙләтә. Тәү ҡарашҡа ябай уйын кеүек, әммә ысынбарлыҡта ауыр эш.

Олег Дергай, Черниковка контейнер терминалы мастеры

Олег Дергай үҙе көнөнә генә ике йөҙҙән ашыу контейнерҙы поездарға тейәп оҙата. Юғары теүәллек, ныҡлы түҙемлек һәм үткер күҙ уның иң төп ҡоралы. Ҡалғанын кран үҙе эшләй. Ғөмүмән, тимер юлы транспортында ҡул көсө мөмкин тиклем кәметелгән. Йөктөң һәр төрөн тейәү өсөн дә техника уйлап сығарылған.

Терминалда егерме төр техника иҫәпләнә. Беҙҙең маҡсат – йөк ташыуҙың иң тәүге һәм иң һуңғы саҡрымдарын мөмкин тиклем уңайлы, хужаһына мәшәҡәтһеҙ ойоштороу. Сит илдәр менән мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыу менән беҙҙең алда яңы мәсьәләләр тыуҙы. Шуға күрә беҙ хәҙер йөктө ташып ҡына ҡалмайбыҙ, уны һаҡлау, кәрәк икән документ яғынан, сикте үтеүҙә лә ярҙам күрһәтәбеҙ.

Андрей Жужгов, терминал-келәт комплексы менән идара итеү буйынса Куйбышев дирекцияһы етәксеһе

Әле Куйбышев тимер юлдарында тейәлгән йөктөң 40 проценты Башҡортостан өлөшөнә тура килә. Киләсәктә уның бермә-бер артыуы көтөлә. Быға Стәрлетамаҡ йөк терминалының модернизацияланыуы булышлыҡ итәсәк.

Радий Хәбиров тимер юлдарын республика ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп стратегик партнерҙар исемлегендә булыуын белдерҙе. Мең ярым километр тимер юлдары төбәктең иҡтисади артерияһы, тине Башҡортостан башлығы.

Быйыл тимер юлдары алдында яңы һынауҙар. Сит илдәрҙең санкция баҫымы шарттарында транспорт һәм логистиканы үҫтереү яңы эш алымдарын талап итә. Шулай ҙа предприятиелар был үҙгәрештәрҙе тиҙ арала үҙ файҙаһына борҙо. Йөк ташыу күләме кәмемәгән. Киреһенсә, эске йөк әйләнеше арта ғына. Форумда яңы реалийҙарға яраҡлашыу һәм санкцияларҙан килем алыу юлдары яңы рельстарға ҡуйылды.

Айнур Кәбиров