Донбастан кескәй ҡунаҡҡа ҙур бүләк

Башҡортостандың баш автоинспекторы Украиналағы ҡораллы бәрелештән ҡасып республикабыҙға һыйынған 6 йәшлек Артемды ҡабул итте. 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан уҙған осрашыу барышында ул малайҙы яҡынлашып килгән тыуған көнө менән дә ҡотланы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы

Уға махсус ҡорамал һәм сигналдар менән уйнарға рөхсәт ителә. Мариуполдән 6 йәшлек Артем – Башҡортостандың башавтоинспекторы ҡунағы. Ай ярым самаһы элек малай олатаһы һәм өләсәһе менән бергә ҡораллы бәрелештәрҙән ҡасып Башҡортостанға һыйынған. Әле тирә-яҡтағы тынлыҡа күнеккән, әммә көслө тауыштан һаман да һиҫкәнә. Шартлауҙан һаҡланыу хаҡында ла онотмаған.

Украина бомбаларынан Артем һәм уның яҡындарына 1 ай самаһы подвалда йәшенергә тура килә. Гуманитар коридорҙан файҙаланып, улар Рәсәйгә сыға. 6 йәшлек Артем, уның олатаһы, өләсәһе һәм Майна ҡушаматлы эт йәшәгән йорт әле харабалар хәлендә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығындағы ҡиммәтле ҡомартҡы, «Урал» мотоциклы Артемдың күңелен яуланы. Иң оҡшаған экспонат өҫтөнән ул оҙаҡ ҡына төшөргә теләмәне. Музейҙа экскурсияны Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов үткәрҙе. Кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау, уларҙы бәлә-ҡаза һәм йәрәхәттәрҙән ҡурсалау – ололарҙың иңенә төшкән төп бурыс, тип белдерҙе баш автоинспектор.

Бер аҙнанан Артемға 7 йәш тула. Ошо уңайҙан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы малайға бүләк тә тапшырҙы. Башта самокатҡа баҙнатһыҙ ғына баҫҡан малай бер аҙҙан транспорт сараһын тулыһынса үҙләштерҙе. Баш автоинспекторға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәргә һүҙ бирҙе.

Рафиҡ Әхмәтшин