Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында халыҡ-ара ҡатнашлыҡ менән үткән Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһы йомғаҡлана. Сараның икенсе көнөндә төрлө илдәрҙә белем алған студенттар лапроскопик операция яһаны. Уның барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Студенттар лапроскопик алым менән өс төрлө операция яһай. Ашҡаҙанда уйым яһап уны тегә, үт ҡыуығын һәм бөйөрҙө алып ташлай. Һәр команда әмәлиәттең бер төрөн башҡара. Операция өҫтәлендәге пациент – тере сусҡа бәрәсе.
Өфөлә дүртенсе тапҡыр ойошторолған олимпиадала сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән 12 команда ҡатнаша. Тәүге көндә улар теория тапшырған, симуляцион үҙәктә операция яһаған.
Ойоштороусылар бындай юғары кимәлдәге олимпиадалар илдең ҙур ҡалаларында ғына уҙа, тип билдәләй. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары командаһы улаҙа ҡатнашып ғәҙәттә призлы урындар яулай. Бөгөн дә һынатмаҫтарына ышана.
Ҡырғыҙстандан ике команда килгән. Лапроскопия ысулы менән операция яһау уларҙа әле үҫеш осоронда.
Операция өсөн ярты сәғәт ваҡыт бирелә. Буласаҡ хирургтарҙың заманса ҡорамал менән идара итеү оҫталығы, әмәлиәтте еренә еткереп башҡарыуы ла иҫәпкә алына. Сөнки улар бөгөн хайуан организмында тәжрибә үткәрһә, иртәгә кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн операция өҫтәле артына баҫасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева