Бөгөн «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар Өфөлә йыйылды

«Айыҡ ауыл» исемен яуларға дәғүә итеүселәр «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә сығыш яһаны. Конкурсҡа бәләкәй ауылдар һайлап алынған. Конкурс этабы видеояҙма менән ауыл визиткаһын күрһәтеү, баһалама комиссияһы һорауҙарына яуап биреү һәм әңгәмә рәүешендә ойошторолдо.

Һәр муниципалитеттан бер ауыл һайланған. Улар боронғо йолаларҙы тергеҙеү һәм башҡа тәрбиәүи йүнәлештәге, урындағы магазиндарҙа алкоголле эсемлекте һатыуҙы тыйыу кеүек эштәр башҡарған. Еңеүсе ауыл исеме 23 июндә билдәле була

Рәмилә Исмәғилева