Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты сәхнәһендә йәштәр

Башҡорт дәүләт университетының «Осҡон» халыҡ театры «Волга буйы» театрҙар фестивалендә өсөнсө урын яуланы. 9 кешенән торған ижади төркөм тамашасы хөкөмөнә Светлана Алексевич менән Жанар Көсәйенованың «Улар килде» әҫәре буйынса «Һуңғы шаһиттар» постановкаһын күрһәтте. Әҫәрҙә фажиғәне кескәй иңдәрендә күтәргән балалар ауыр йылдар хаҡында үҙҙәре бәйән итә.

Тетрәндергес хәл-ваҡиғалар хис-тойғолар, ым-ишара, хәрәкәттәр аша еткерелә. Йәштәр аяуһыҙ йылдарҙа геройҙары башынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы тетрәндергес итеп уйнай. Тамашасы йәш артистарҙы көслө алҡыштарға күмде. Ижади тырышлығы өсөн йәштәргә Рәхмәт хаттары, сәскә гөлләмәләре тапшырылды.

Гүзәл Борханова