Һәйкәл район үҙәгендә күптән түгел асылған музей эргәһендә ҡуйылды. Тантанала йырсының туғандары, дуҫтары һәм ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хәниә Фәрхи үҙе лә башҡарған композицияла әйтелгәнсә, ғүмерҙәрен үлмәҫ йырҙан бигерәк, үкенмәҫлек итеп үткән. Быны һәйкәл асыу тантанаһына йыйылған халыҡтың күплегенә ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Тамашасы бөгөн дә яратҡан йырсыһының репертуарын тыңлай, яратып башҡара...
Йырсының исеме онотолмай. Сөнки Хәниә Фәрхи иҫән сағында уҡ башҡарған йырҙары менән үҙенә һәйкәл ҡойған йырсы. Күп композициялары халыҡ репертуарына ингән. Көн дә тиерлек радио-телевидение даирләрендә яңғырай.
Яр Саллы ҡалаһында юбилейға тип махсус тектереп алынған күлдәк бөгөн һәйкәлдә сағылыш тапҡан. Ә сәхнә костюмы үҙе Үрге Тәтешле ауылы музейына тапшырылды.
Хәниә Фәрхиҙең яҡташтарының берҙәм көсө ярҙамында булдырылған музейҙа, ғөмүмән, йыр-моң тынмай. «Онотолор тимә» тип аталған экспозиция залы Хәниә Фәрхиҙең тормош һәм ижад юалына арналған.
Бында уның фотоһүрәттәре, сәхнә костюмдары, иҫтәлекле бүләктәр, концерт афишалары, шәжәрә ағасы һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттар урын алған. «Мәҙәни мөхит» проекты сиктәрендәге музейҙа айырым зал булдырыуға Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина ла күп көс һалған. Әле ул үҙе музей буйлап экскурсиялар ойоштора.
Артабан сара район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә дауам итте. Хәниә Фәрхиҙең яҡты иҫтәлегенә арналған башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар араһындағы фестиваль-конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Өҫтәүенә сара халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Илдең төрлө төбәктәренән йәмғеһе 128 эш араһынан 33-өнә финалда сығыш яһау мөмкинлеге бирелде.
Хәниә Фәрхиҙең исеме тыуған көнөндә мәңгеләштерелде. Бөгөн халыҡ йырсыһына 62 йәш тулған булыр ине. Үҙе китһә лә, уның йырҙары ҡалды. Меңдәр араһынан танырлыҡ мәңгелек йырҙары.
Азат Ғәлиуллин