Ике республика араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү бар. Берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләшеү булды. Радий Хәбиров белдереүенсә, хәҙерге ябай булмаған социаль-иҡтисади шарттарҙа төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөһим роль уйнай. - Башҡортостан менән Татарстан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу ваҡыты етте. Республикаларҙың иҡтисади структураһы ла бик оҡшаш, -тине Радий Хәбиров.