Башҡортостан вәкилдәре бизнес-сәфәр менән Тажикстанға килде

Делегацияны вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләй. Ике республика араһында аграр тармаҡта хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре ҡарала. "Башҡортостан Дүшәмбегә көнбағыш майы, балауыҙ, шәкәр, икмәк һәм тәм-том оҙата. Башҡорт дәүләт аграр унивеситетында Тажикстан студенттары ла белем ала. Яңы йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ", тине Илшат Фәзрахманов. Бизнес-сәфәр бөгөн дауам итә.