Республикала мосолмандар йыйын уҙғара

Ул 12 июндә, Рәсәй көнөндә изге Нарыҫтау ерендәге "Сәхәбә" мәсетендә ойошторола. Йыйында ғалимдар һәм яҙыусыларҙың да ҡатнашыуы көтөлә. Эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт була, балалар өсөн майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ мәргән уҡсылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре  ҡаралған.