Башҡортостанда коронавирусҡа ҡарата коллектив иммунитет 33 процентҡа тиклем түбәнәйгән

Шул уҡ ваҡытта тәҡдим ителгән «хәүефһеҙ» кимәл 80 проценттан ашыу булырға тейеш. COVID-19 инфекцияһы менән көрәштә иң һөҙөмтәле сара – прививка яһатыу. Республикала күҙәтелгән ревакцинация темптары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Өфөнән Илнур Йосопов теүәл бер йыл үткәс поликлиникаға коронавирусҡа ҡаршы ҡабаттан прививка яһатырға килә. Ревакцинация үтер алдынан егеттең ҡан баҫымы, сатурацияһы, температураһы үлсәнде. Сәләмәт булыуы билдәләнгәс, уға Гам-Ковид-Вак препаратының тәүге компоненты ҡаҙалды. Илнур Себер яҡтарында инженер булып эшләй, хеҙмәт урыны буйынса ла мотлаҡ рәүештә сертификат талап ителеүен билдәләй.

Коронавирус менән ауырыған булманы. Шулай ҙа һаулығымды ҡайғыртып, иммунитетты нығытырға тип тағы ла прививка эшләтергә булдым.  Вакцинациянан һуң был мәкерле сирҙең урап үтәсәгенә ышаныс арта. Яҡындарым, дуҫтарым араһында ла күптәр ҡабаттан прививка яһатты.

Илнур Йосопов

Республикала ревакцинацияны теркәү урыны буйынса поликлиникала яһатырға мөмкин. Прививка кабинеттары көн һайын иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй. Алдан яҙылыу мотлаҡ түгел, теләүселәр сират буйынса ҡабул ителә. Өфөнөң 5-cе ҡала клиник дауаханаһы поликлиникаһында ғына уҙған тәүлектә меңгә яҡын кеше иммунитетын нығытҡан. Шулай ҙа белгестәр ревакцинация темптары түбән булыуын билдәләй.

Республикала ике аҙна элек кенә коронавирусҡа коллектив иммунитет ҡырҡ проценттан ашыу булған, бөгөн күрһәткес ни бары 33 процент тәшкил итә. Норманан күпкә түбән. Әлегә ни бары ярты миллиондан ашыу кеше генә ревакцинация үткән.

Коллектив иммунитет кимәле һуңғы алты айҙа коронавирус йоҡтороусылар, был сирҙән һауығыусылар һәм вакцинация үтеүселәр һаны буйынса билдәләнә. Күҙәтеүҙәр буйынса, күрһәткест айырыуса түбәнәйҙе. Был сирҙең таралыу тиҙлеген арттырыуы ихтимал.

Венера Саттарова, кеше именлеген яҡлау һәм ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе

Коронавирус менән ауырыу осраҡтары кәмеһә лә, белгестәр ревакцинация үтеү мөһимлеген билдәләй. Сөнки коллектив иммунитет булғанда ғына, сирҙе тулыһынса еңергә мөмкин. Был күрһәткес һикһән проценттан ашыу булырға тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина