Инорс биҫтәһендә «Теплое» күле биләмәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Проектҡа ярашлы, бында ярҙы һәм скверҙы тоташтырыусы йәйәүлеләр юлы төҙөләсәк, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ.
Урында балалар һәм үҫмерҙәр ялын ойоштороу буйынса уңайлы шарттар - бәүелсәктәр һәм батуттар майҙаны, өҫтәл уйындары зоналарын төҙөү планлаштырылған. Хәүефһеҙлек маҡсатында автомобиль юлдары йорттар яғына күсерелгән. Төҙөкләндереүгә 192 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Биләмә «Уңайлы ҡала шарттары булдырыу» проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина