Хәүефһеҙлекте тәьмин итеп...

Хәйбулла районында  шәхси хужалыҡтарҙағы трактор, үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларҙың техник торошо ҡаралды. Биләмәлә алты йөҙгә яҡын был төр транспорт теркәлгән. Дәүләт инспекторҙары бер көн эсендә генә ҡырҡ берәмек техниканың әҙерлеген тикшерҙе.

Машиналарҙың теркәү номерҙары булыуы, документтар теүәллегенә лә иғтибар йүнәлтелде. Шәхси хужалыҡ етәксеһе Урал Торомтаев та йыл һайын тракторын белгестәргә күрһәтә. Ҡеүәтле техниканы ул лизингҡа алған. Йүнселдең ике гектар ере бар, картуф үҫтереү менән шөғөлләнә.  

Гөлназ Хәйбуллина