Геопарктар тураһында закон, өлкәндәр, ғаилә туризмы, тармаҡты мәғлүмәти үҫтереү, Башҡортостанды бөтә донъяға танытыу һәм башҡалар. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төбәктә туризм өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр хаҡында парламент тыңлауҙары үтте.
Депутаттар һәм тармаҡ вәкилдәре туризм кластерының ҡануни нигеҙен нығытыу, санкция шарттарында эске туризмды үҫтереү һәм төбәккә сәйәхәт итергә килергә теләүселәрҙе арттырыу мәсьәләләрен ҡараны. Эко һәм агротуризм, глэмпингтар ҡороу, юл яны сервисын үҫтереү төбәктә туризм үҫешен йәнләндерәсәк.
«Башҡортостан санкция шарттарында сифатлы һәм хәүефһеҙ тур продукт тәҡдим итеү маҡсатын ҡуя, тип белдерҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Республикала 133 турист маршруты бар. Былтыр туристар ағымы 3 миллион ярымға еткән. Ә быйыл был һанды 5 миллионға еткереү бурысы тора.
Республиканың 75 нөктәһендә туристарҙы йәлеп итеү өсөн маршруттар булдырыла. 1 июндән экскурсия үткәреүселәрҙе мотлаҡ аттестациялау башлана. «Сифатлы интеренет бәйләнеше, юлдарҙы тәртипкә килтереү, транспорт инфрастуктураһын үҫтереү мәсьәләре лә актуаль, тип билдәләне Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Николаевка ауылынан Ирәмәлгә күтәрелеү, Тирлән, Ҡаға йүнәлештәрендә лә туристарҙы йәлеп итер өсөн тәбиғәт ҡомартҡылары етерлек. Туристар ағымы айырыуса әлеге осорҙа көслө. Шуға ла тармаҡты үҫтереүгә ҙур көс һалырға кәрәк.