Инвалид ҡыҙҙар-малайҙар теплоходта йөрөнө, күңел асыу программаһында ҡатнашты. Күптәр өсөн был беренсе тәжрибә. Ата-әсәләр бындай сара кескәйҙәрҙең һаулыҡ торошона ыңғай тәьҫир итер тигән ышаныста.
Ике сәғәтлек сәйәхәт маршруты Ағиҙел буйлап һалынғайны. Сара традицион рәүештә йыл һайын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан урындағы хакимиәт тарафынан ойошторола.
Рәзилә Ғиниәтуллина