Кушнаренко районы экстремаль спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе

Тарабирҙе ауылы эргәһендәге трассала мотокросс буйынса ярыш үтте. Беренселек өсөн райондан һәм Өфө, Салауат ҡалаларынан  40-тан ашыу райдер көрәште. Уларҙың иң кесеһенә ни бары 5 йәш ине.

 Номинациялар йәш һәм мотоцикл класы буйынса билдәләнде. Сараны асыу тантанаһында спортсыларҙы район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге етәксеһе Вадим Костромин сәләмләне. Кушнаренко районы үҙәгендә «Мото-Тайфун» клубы эшләп килә. Секцияла 5 йәштән 16 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар шөғөлләнә.

Был спорт төрө миңә ныҡ оҡшай. Мотокросс тәртипкә өйрәтә,  көс-ҡеүәт бирә. Мотоцикл йөрөтөүе башта ҡатмарлы ине. Үрләйһе үрҙәр бар әле. Был шөғөлдө профессиональ кимәлдә үҙләштерергә теләйем.

Сабина Фәхретдинова, турнир чемпионы /Кушнаренко районы/

Рәзилә Ғиниәтуллина