Район мәҙәниәт йортонда «Мөғжизәгә ышаныс» тип исемләнгән яңы китаптың исем туйы уҙҙы. Зөһрә Хәдит ҡыҙы күптәргә һәүәҫкәр композитор булараҡ билдәле. Шәхестең хәтер кисәһендә лә ижадсының популяр йырҙары яңғыраны. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Зөһрә Фәйзуллина шиғырына һәм көйөнә ижад ителгән йырҙы кем генә башҡармаған да, кемдең генә репертуарына инмәгән. «Илекле ҡыр» тип аталған композиция тыуған илгә һөйөү менән яҙылған. Зөһрә Хәдит ҡыҙыныңһә йыры халыҡ күңелендә һаҡлана. Инде тиҫтәләрсә йыл Башҡортостан белем усаҡтарында яңғырған «Мәктәп вальсы» кеүек.
Ябай, әммә мәңгелек моң күптәрҙең сәхнәлә йондоҙ булып балҡыуына ла булышлыҡ иткән. Бөгөн айырым йырҙар артистың үҙенә күрә визит картаһы һанала. «Мәктәп вальсы» тик Алһыу Бәхтиева генә күҙ алдына баҫһа, «Арҡайым» Гөлсөм Бикбулатованыҡы.
Зөһрә Фәйзуллинаның хәтер кисәһендә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылған яңы йыйынтығы ла туйланды. Балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән китапҡа әҙибәнең һуңғы йылдарҙа яҙған хикәйәләре, пьесалары ингән. Уның тап «Мөғжизәгә ышаныс» тип исемләнеүе лә осраҡлы түгел.
Әйткәндәй, хәтер кисәһе быға тиклем Өфө һәм Сибай ҡалаларында ойошторолһа, Әбйәлил район мәҙәниәт йортондағыһы Зөһрә Фәйзуллинаның туғандарын, ауылдаштарын йыйҙы. Улар билдәле яҡташтары хаҡында һаҡланған хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сара барышында Зөһрә Фәйзуллинаның исемен мәңгеләштереү һорауы ла күтәрелде. Әбйәлил районы ауылдары урамдарының береһенә һәүәҫкәр композиторҙың исемен биреү тәҡдиме урынлы яңғыраны. Тыуған яғын данлаған ижадсыны халыҡ та онотмай.
Азат Ғәлиуллин