Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Өфөлә байрам саралары үтте

Баш ҡала парктары, концерт залдарында малай-ҡыҙҙар өсөн бай программалы тамаша ойошторолдо. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә күңел асыу саралары уҙғарылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Баш ҡала парктары ҙур балалар баҡсаһын хәтерләтә, сөнки бөтә төбәктәрҙә 1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үтә. Ошо йәһәттән төрлө майҙансыҡтарҙа квест, мауыҡтырғыс уйындар, күңелле ярыштар ойошторолдо.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 1950 йылдың 1 июненән билдәләнә. Рәсәйҙә лә был байрам күптән матур йолаға әйләнде. Йәйге кнаикулдың тәүге аҙнаһында үткән сара төрлө йәштәге малай-ҡыҙҙарҙы берләштерә.

Башҡортостанда 900 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Йәйге каникул осорона уларҙың бер өлөшө ял лагерҙарына, икенселәре ауылға өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа юллана.

Балаларҙы яҡлау көнөндә «Башҡортостан» концерт залында бай йөкмәткеле тамаша  ойошторолдо. Йыр-бейеү, уйындарҙан тыш, балалар үҙҙәре төшөргән һүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Оҙайлы ялдарҙы көтөп алған малай-ҡыҙҙар йәйҙең тәүге көнөн шатланып уҙғарҙы.

Флорида Ким