Бөгөн Өфөлә офтальмология буйынса халыҡ-ара конференция башланды

Унда күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар, яңы технологиялар ҡарала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса, Ер шарында 1 миллиард самаһы кешелә күҙ ауырыуҙары бар. Күреү һәләтен бөтөнләй юғалтыусылар 30 миллион самаһы. “Ваҡытында дауаланмаған сирҙәр һуҡырлыҡҡа килтереүе ихтимал”, - ти офтальмолог Гөлзидә Яҡупова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡ-ара конференция бер нисә көн бара. Унда Төркиә, Һиндостан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа сит илдәрҙән, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән белгестәр ҡатнаша. Форумда донъяла танылыу яулаған ғалим һәм табиптарҙың сығышы көтөлә. Сара оффлайн һәм онлайн тәртиптә үтә.