Сибайҙа «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы башланды

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сарала 15 дәүләттән ҡунаҡтар ҡатнаша, 1 мең 500 тирәһе белгес. Быйыл 150 миллиард һумға иҫәпләнгән 20 килешеү ҡабул итеү ҡаралған. Форумдың төп йүнәлештәре хаҡында БЮТ канаыл хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тәртип ишек төбөнән үк башлана. Ҡунаҡтар меңдән ашыу булыуға ҡарамаҫтан сират юҡ, минут эсендә теркәлергә мөмкин, һорауҙар булһа ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә була.

Шүлгәнташ, Ирәмәл, Торатау, Айғыр. Залдарҙың атамалары үҙҙәре үк Башҡортостан буйлап сәйәхәт һымаҡ, шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ә бына фекер алышыуҙарҙың темаһы төрлө өлкәләргә ҡағыла. Мәҫәлән, бизнес шерифтарҙың тәүге форумы. Һүҙ муниципаль берәмектәргә инвестициялар йәлеп итеү, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү хаҡында бара. Хатта сит илдәр менән бәйләнештәр урынлаштырыу тәжрибәһе ҡарала.

Эксперттар фекеренсә, әле бизнесҡа тәү сиратта финанс грамоталылыҡ етмәй. Эшҡыуарҙар үҙ йүнәлешен биш бармағы һымаҡ белә, һалым декларацияларын дөрөҫ тултыра, ә бына банк учреждениелары менән эшләй белмәй, программаларҙы тулыһынса ҡулланмай.

Әлеге заманда экология проблемаһы һәр төбәк өсөн көнүҙәк. Файҙалы ҡаҙылмаларға бай көньяҡ зона өсөн айырыуса, һулар һауа, эсәр һыу сифаты менән бәйле проблемалар бар. Түңәрәк өҫтәлдә һорауҙар уртаға һалып тикшерелә.

Форумдың төп маҡсаты эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу. Бөгөн Белорусияның Минск автомобиль заводы менән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Форумда 15 сит дәүләттән ҡунаҡтар ҡатнаша, теркәлгән эксперттар һәм делегаттар иҫәбе мең ярым тирәһе. Бөтәһе 150 миллиард һумға иҫәпләнгән 20 килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙпллана.

Инвестиция һабантуйы – ул эшлекле һөйләшеүҙәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ғына түгел. Башҡортостандың милли-мәҙәни хазиналары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, аш-һыуы менән таныштырыу мөмкинлеге лә. Мәҫәлән, ошо тирмәне Стәрлетамаҡ районы ҡуйған, бында башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәре, эш ҡоралдары менән танышырға була. Эргәлә генә татар, мари, сыуащ, белорус ихаталары урын алған.

Рәмзиә Кәримова