Башҡортостан менән Татарстан араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек нығый

Бергә барыбер еңелерәк. Башҡортостан менән Татарстан араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек нығый. Краснокама районы һәм Нефтекама ҡалаһында Дәүләт йыйылышы –Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйсәте һәм спорт комитеты менән күрше республика Дәүләт Советының мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли мәсьәләләр буйынса комитеттарының берлектәге күсмә ултырышы үтте.

Ҡурай моңо, тирмә һәм баллы сәк-сәк. Татарстан депутаттары ике республика сигендә урынлашҡан Дуҫлыҡ утрауына аяҡ баҫты. Был урында Башҡортостандың Краснокама һәм Татарстандың Аҡтаныш райондарын Ағиҙел йылғаһы ярҙары айыра. Урталағы утрау ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ күперенә әйләнде.

Халҡыбыҙҙың кәсептәре, милли аш-һыу өлгөләре күргәҙмәгә ҡуйылған. Йола буйынса килгән ҡунаҡтарға балдан ауыҙ иттереү мөһим. Телдәре татлы булһын өсөн. Бындай яуаплы эш Краснокама районы умартасылар йәмғиәте рәйесе Салауат Миңлемөхәмәтовҡа йөкмәтелде

Ике республика парламенттарының берлектәге күсмә ултырышы быйыл икенсегә үтте. Тәүгеһе Татарстандың Аҡтаныш районында ойошторолғайны. Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, яуап сәфәре өсөн Краснокама районы һәм Нефтекама ҡалаһы һайланды. Һәм был һис кенә лә осраҡлы түгел.

Ике республика депутаттары Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Бында әле меңдән ашыу бала белем ала. Мәктәп заманса уҡытыу алымдарын үҙләштергән. Күп милләтле мөхиттә туған тел, милли мәҙәниәткә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү өсөн уҡытыусылар һанлы технологияларҙы ҡуллана. Боронғолоҡ та онотолмаған.

Мәҫәлән, белем усағында уҡ атыу түңәрәге эшләп килә. Малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа мәргәнлеккә өйрәнә. Алдынғы тәжрибә Татарстан парламенты вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ике аралығы хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән ут-күршеләрҙең бер-береһен тулыландырып тороуы үтә лә мөһим, тигән фекерҙә Татарстандың Дәүләт советы депутаты, яҙыусылар берелеге рәйесе Ркаил Зәйдулла.

Ике республика депутаттарының күсмә ултырышы Нефтекама ҡалаһы хакимиәте бинаһында үтте.Ултырышта халыҡтарҙың традициялары һәм рухиәтен үҙтереүҙә милли мәҙәниәттәрең роле тураһында фекер алышынды. Күп кенә аныҡ тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.

Депутаттар донъя кимәлендәге геосәйәси хәлгә лә иғтибар бүлде. Коллектив көнбайыштың санкциялары һәм илебеҙгә мәғлүмәти баҫым көсәйгәндә һис шикһеҙ Рәсәйҙәге халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу мөһим. Был йәһәттән әлбиттә милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү талап ителә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары башланғысы менән әле Дәүләт Думаһында матди булмағын мәҙәниәтте һаҡлау тураһында закон проекты беренсе уҡыуҙы үткән.

Осрашыу барышында Башҡортостандың Краснокама районы һәм Нефтекама ҡалаһы, Татарстандың Аҡтаныш менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Донъя кимәлендәге күләмле сәйәси һәм иҡтисади үҙгәрештәр, импортты алмаштырыу мәсьәләләре көнүҙәклеген юғалтмаған осорҙа ут күршеләр араһында дуҫлыҡты нығытыу айырыуса мөһим тигән фекерҙә парламентарийҙар.

Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары Нефтекаманың мәҙәниәт һәм ял паркында ҡуйылған милли ихаталарҙы ҡарап сыҡты һәм фольклор байрамында ҡатнашты.

Рафиҡ Әхмәтшин