Бөгөн Башҡортостан башлығы видеокәңәшмә форматында Рәсәй төбәктәрен үҫтереү Хөкүмәт комиссияһы президиумында ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин уҙғарҙы. Ултырышта төбәктәрҙең инженер селтәрҙәре төҙөлөшө һәм реконструкцияһы проекттарын финанслауға һайлап алыу буйынса ғаризалары ҡаралды
Радий Хәбиров Ағиҙел аръяғы микрорайонын һыу менән тәьмин итеү проектын тәҡдим итте. Яңы биҫтәлә 20 миллиард һумға энергетика объекттары төҙөлгән, һыу һәм канализация үткәреү мәсьәләһе тора. Федераль комиссия 8 миллиард һумдан ашыу суммаға ғаризаны ыңғай баһаланы.
Рәмилә Исмәғилева