Бөгөн Өфөлә «Мин-һөнәрмән» Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының 5-се миҙгелен ойошторған вуздар ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы.
Проект Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһындағы алдынғы проекттарҙың береһе. Ил күләмендәге олимпиада техник, гуманитар, социаль- иҡтисади, педагогик һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Рәсәйҙә бөтәһе 30 юғары уҡыу йорто ойоштороусылар исемлегендә, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты математик моделләштереү буйынса. Вуздың бер студенты еңеүселәр рәтендә һәм тағы 11 студент призлы урында, улар дипломдар менән бүләкләнгән. Миҙал яулаусылар өсөн 100 меңдән 300 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева