Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ: Әбйәлил районында Асҡар-Сибай юлы файҙаланыуға тапшырылды.

Хыял тормошҡа ашты. Бөгөн Асҡар-Сибай юлының 18 километрлыҡ өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

Әбйәлил Асҡар-Сибай юлына асфальт түшәү 2020 йылда башлана, ошо маҡсатта 250 миллион һум аҡса бүленә. Төҙөлөш өс этапта алып барыла

Сибай көньяҡ райондарҙың үҙәге, тап ошо ҡалала юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары урынлашҡан. Ошоға тиклем халыҡҡа урап йәки соҡор-саҡырлы юлдан йөрөргә тура килгән. Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ, хәҙер Сибайға асфальт юлдан тиҙ арала барып етергә мөмкин.

Рәмзиә Кәримова