Үҙенсәлекле биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештергән оҫталарҙың ижад емештәре менән бөгөн Башҡортостан башлығы ла танышты. Предприятиела аҫыл таштарҙан сувенир продукцияһы етештерелә.
Сибай оҫталары йән өргән әйберҙәр Рәсәй төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланыла. Хужалар әйтеүенсә, Башҡортостан ҡуйынында 17 миллион тонна тирәһе йәшмә бар, уны икенсе нефть булараҡ ҡарарға һәм дөрөҫ ҡулланып табыш алырға мөмкин.
«Артель» халыҡ художество кәсептәре предприятиеһы Өфөлә 2000-се йылдар башында асыла, ә Сибайҙағы филиалға 12 йыл элек нигеҙ һалына. Бында бөтәһе 57 кеше эшләй. Оҫталар фекеренсә, әлеге ваҡытта Өфө менән Сибайҙы таш эшкәртеү үҙәге тип атарға мөмкин.
Хужалар етештереү ҡеүәттәрен арттырырға ла ниәтләй, әле яңы цехтарҙы ремонтлау бара. Радий Хәбиров оҫталарҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Башҡортостан башлығы Сибайҙа уҙған «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы ла тәбрикләне.
Донъяның һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле эксперттар ҡатнашҡан, тиҫтәләрсә хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған абруйлы форум быйыл 4-се тапҡыр ойошторола. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йылдан-йыл эшҡыуарҙарҙың форумға, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныуы арта. Быйылғы форумда ла 100 миллиард һумға иҫәпләнгән килешеүҙәр ҡабул итеү ҡарала.