«Күп милләтле төбәк» мәсьәләр һәм хәл итеү юлдары. Өфөлә демография һәм миграция проблемалары ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерелде. Күләмле сара, күренекле ғалим, академик Фәнил Фәйзуллиндың 80 йәшлек юбилейына арналды.
Унда профессорҙың хеҙмәттәштәре, төрлө ведомство етәкселәре, социологтар , Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары ҡатнашты. Осрашыуҙа күп милләтле йәмғиәттең үҫеше, миграция мәсьәләләрен хәл итеү юлдары, социаль-иҡтисади потенциалды киңәйтеү һорауҙары тураһында фекер алышынды. Ғилми-ғәмәли конференция материалдарына таянып йыйынтыҡ баҫтырыу күҙаллана.
Флорида Ким